Ал сәскә әле булһа
Алһыу нурҙар һибә, ти,
Ал таң булып, донъяны
Матурлыҡҡа күмә, ти!
(Р.Тимершин)

Аксаков Сергей Тимофеевич – күренекле рус яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе. Ул баш ҡалабыҙ Өфөлә 1791 йылдың 20 сентябрендә (яңы стиль буйынса 1 октябрҙә) тыуған. Республикабыҙҙа йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков көндәре үткәрелеп тора.
Балалар китапханаһында С.Т.Аксаковтың тормошона һәм ижадына арналған “Аксаковтың тылсымлы донъяһы” исемле әҙәби сәғәтенә М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусылары (класс етәксеһе Исакаева Э.К.) килделәр. Китапханасы балаларҙы яҙыусының тормош юлы менән таныштырҙы, уның ата-әсәһе тураһында видеояҙма күрһәтте. Сергей Аксаковтың иң билдәле әкиәте – “Ал сәскә”нең башҡорт теленә тәржемә ителгән текстынан өҙөктәр уҡылды, Был әкиәттең нисек барлыҡҡа килеүе, авторҙың әҫәрҙә барған ваҡиғаларҙы нисек итеп бик оҫта, матур телдә уҡыусыларға еткерә алыуы тураһында һөйләнде. Шунан инде балалар.яҙыусының китаптарынан әҙерләнгән күргәҙмәне ҡаранылар. Осрашыу аҙағында балаларА С.Т.Аксаковтың әҫәрҙәрен өйгә уҡырға алып хушлаштылар.