Китап –белем шишмәһе тип,
Әйткәндәр боронғолар.
Беҙ ҙә һәр саҡ уның менән
Булайыҡ ысын дуҫтар!

Иҫәнғол ауылы М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусылары (класс етәксеһе Исакаева Э.К.) балалар китапханаһына экскурсияға килделәр. Китапханасы апай балаларҙы китаптар фонды менән таныштырҙы, һәр китап үҙ урынында тороуын күрһәтте, “абонемент”, “формуляр”, “уҡыу залы” тигән төшөнсәләрҙе аңлатты. Китаптарҙы нисек өйгә алып уҡырға була икәне, уларҙы йыртмай, бысратмай ваҡытында алып килергә кәрәклеге тураһында һөйләштеләр. Шулай уҡ бында китаптарҙан башҡа гәзит-журналдар булыуын белделәр, уларҙы яҙҙырып өйҙә лә уҡырға мөмкин икәне тураһында тыңланылар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө сағыу матур китаптар ҡаранылар, кескәйҙәр өсөн сыҡҡан журналдарҙағы ҡыҙыҡлы ребус, кроссворд, башватҡыстарҙы систеләр. Осрашыу аҙағында беҙҙең бәләкәй ҡунаҡтарыбыҙҙың һәр береһе өйгә уҡырға китаптар алып хушлаштылар. Был экскурсия бөтәһенә лә хуш килде.