Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

«Тормоштан алған һабаҡ» – яҡташыбыҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның ижадына бағышлайбыҙ.
Мәрйәм Бураҡаева – яҙыусы, журналист, уҡытыусы, уҡыу ҡулланмалары, милли ризыҡтар етештергән «Шифа» бренды, башҡорт мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, милли традицияларҙа тәрбиәләү проекттары авторы. Фиҙакәр кеше, рәсми исемдәрҙән тыш — 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
1943 йылдың 27 мартында Башҡортостаныбыҙҙың йәмле, хозур тәбиғәтле Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Ижад менән студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Бер – бер артлы хикәйәләре һәм повесть йыйынтыҡтары сыға. “Аҡ балыҡ”, “Көҙгө ысыҡ”, “Арғымаҡ”, “Һылыуҡай” һәм башҡа әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ололарҙан – оло ниәтле кеше икәнлеген күрһәтеүсе сифаты – милләт өсөн тырышыуының һүҙҙә генә түгел, ә ғәмәлдә булыуында. Иҫ киткес сабыр, халҡы өсөн бик күпте эшләгән ғәлимәнең милли мәғарафыбыҙ үҫешенә индергән өлөшө ҙур баһаға лайык. Халҡыбыҙҙың бай тәжрибәһенә нигеҙләнеп яҙылған “Тормош һабаҡтары” дәреслеген һәр мәктәп коллективы, ата – әсәләр йылы кабул итте. Китаптарҙың ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ябай тел менән яҙылыуы яҡын.
“Тормош һабаҡтары” дәреслеге уҡыусыны тик таҙалыҡҡа, сафлыҡҡа ғына өйрәткән тормош шишмәһе ул. Дәреслек уҡыусы һәм уҡытыусы өсөн бик ҡиммәтле хазина! Әгәр ҙә уҡытыусы ошо дәреслеккә таянып белем һәм тәрбиә бирһә, уның йоғонтоло һүҙе уҡыусыны ғүмер буйына оҙата киләсәк, юлын яҡтыртасаҡ, таяныс буласаҡ!
Кешелек йәмғиәтендә иң изге һаналған ҡиммәттәр орлоғон үҫеп килгән быуын күңеленә төшөрөү эшенә бар тырышлығын һалған өлгөлө шәхес, мәшһүр башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының береһе, яҡташыбыҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева.

Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Исҡужина Н.Д.Тормоштан алған һабаҡ. – Башҡортостан уҡытыусыһы («Учитель Башкортостана») №5 – 2013 – С. 68–69
2. Балалар әҙәбиәте антологияһыАнтология детской литературы, 2 том/ Ф.Ғөбәйҙуллина. – Өфө: Китап, 2014. – 135 с.