«Балаларҙың тоғро дуҫы” – яҡташыбыҙ Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ижадына бағышлайбыҙ.
Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.
Беҙҙең тыуған яғыбыҙ Ейәнсура – республикабыҙға талантлы әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәрен, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәрен бүләк иткән илһамлы, матур төбәк. Булат Ишемғол, Азат Абдуллин, Марат Кәримов, Мәхмүт Һибәт, Хәсән Назар, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Ғилман Ишкинин … Шулай уҡ яҡтышыбыҙ, башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм юғары категориялы уҡытыусы – методист. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы лауреаты Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. .
Тыуған илем – беҙҙең урам
Тыуған яғым – ҡуйы урман,
Тыуған ерем – бешкән балан,
Гөл – сәскәле йәшел ялан…
Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хайбулла ҡыҙы йырҙарҙа йырланған, әкиәттәрҙә һөйләнгән иң хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мәзит ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала. 1959 йылдан уҡыуын Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә дауам итә. Уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Ғүмеренең 20 йылдан ашыуы Кумертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында үтә, рус класында Башҡортостан мәҙәниәтен уҡыта. Күмертау ҡалаһында 13- се башҡорт мәктәбен асыуға ла бик күп көс һала Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы. Хаят Собханғолова , Нурия Йәмилева, Зилә Азнабаевалар менән бергәләп йөрөп, башҡорт балаларын йыйып, мәктәпкә эшкә күсеп, “Тормош һабаҡтары” нан дәрестәр бирә. “Инсебикә”, “Сулпылар” фольклор туңәрәктәре алып бара. Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә, уның үҙенсәлекле өлгөләрен балалар күңеленә һеңдереүгә күп көс һала.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр Фәрзәнә Хайбулла ҡыҙын мөғжизәле ижад донъяһына килтерә. Ул балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр, уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмалар, байрамдар сценарийҙары яҙа. 1993 йылда баҫылып сыҡҡан “Мәрйендер” исемле китабы Ф. Ғөбәйҙуллинаның шиғриәткә китмәҫкә килеүен бик асыҡ раҫланы. Артабан китап уҡыусыларын ул “Гөр- гөрөлдөк”, “Серле ҡумта” исемле китаптары менән һөйөндөрҙө. “Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам” , “Шаңдау” йыйынтыҡтарында әкиәттәре, шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫылып сыҡты. Китаптарында ул Тыуған илгә , туған телгә ихтирам, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡҡа хеҙмәт итеү, ололарҙы ололау, дарыу үләндәрен танып, дөрөҫ файҙаланыу, үҙеңде бәләкәстән сыныҡтырыу, үҫтереү һәм башҡалар хаҡында аңлата.
“Башҡортостан – тыуған йортобоҙ”, “Мин Башҡортостанда йәшәйем”, “Башҡортостан мәҙәниәте быйынса 7 -9 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма”,”Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” исемле китаптары Башҡортостан мәғарифын үҫтереү инстититында нәшер ителде. Ошо ижад эше мәғрифәт эше, ижтимағи эштәр менән йәнәш алып барылды. Ул уҡытыу – тәрбиәгә яңы технологияларҙы индереүгә күп көс һала, балаларҙың белем сифатын күтәреүгә, милли рух тәрбиәләүгә, уҡытыусыларыҙың педагогик һәм методик оҫталығын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирә.
Әҙибә Башҡортостан Мағарифты үҫтереү институтында эшләгән осоронда башҡорт балаларының үҙ аңын, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған уҡытыусы, методист, фәһемле китаптар, методик ҡулланмалар авторы булып танылһа, Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһында эшләп, оло мираҫыбыҙ – башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡыусыға, киләһе быуындарға тапшырыу, уны ишәйтеү өҫтөндә эшләй, әҙәбиәткә ҡарата һаҡсыллыҡ, ысын мөхәббәт тәрбиәләй.
Фәрзәнә апайҙың йырлы ижады тураһында әйтеп киткәйнек инде. Уның шиғырҙары еңел уҡыла, улар йырлап тора. Балалар өсөн яҙылған ҡайһы ғыны шиғырын алма – йыр ите йырларға, көйгә һалырға була. Шуғалыр ҙа бик күп шиғырҙарына яҙылған йырҙарын балалар рәхәтләнеп сәхнәнән йырлайҙар.Телевизор, радионан уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы билдәле артистар башҡарыуында ихлас тыңлайбыҙ. “Умырзая”, “Хәҙисә” “Үҙ илеңде яҡлар бул”, “Бейейек әле” һ.б йырҙары киң танылыу яуланы. Уның йырҙарын ололар ғына түгел, балалар ҙа бик яратып башҡаралар. Сөнки күпселек йырҙары тик балалар өсөн арнап яҙылған. “Мәрйендәр”, “Тупҡайым, дуҫтарым”, “Мәктәбемә”, “Шатлыҡ”, “Әмәйҙегем шылтыр – шылтыр” һ.б. балалар репертуарын биҙәй.
Әкиәттәр, әкиәттәр,
Ул ыласын булһа икән,
Серле ҡумтаның эсе
Тылсымға тулһа икән…
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаны беҙ шағирә кеүек кенә түгел, оҫта әкиәтсе булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Әкиәт ижад итеү еңел эш түгел: күп уҡырға, күп белергә кәрәк. Уның йөрәк тамырҙары, күҙ нурҙары, күңел йылыһы аша үтеп, эҫе устарында ҡуҙланып, ҡабаттан тыуған “Умырзая”, “Бәпембә”, “Энәле тун” һәм башҡа әкиәттәре менән балалар таныштар. Уның тылсымлы әкиәттәре хайуандар, йәнлектәр, үҫемлектәр доньяһына илтә. Ябай тел менән балаларға ул ни өсөн терпе энәле, ҡайҙан кәзә һаҡалы сәскәһе, көтөүсе муҡсайы үләне нисек килеп сыҡҡан, уларҙың шифалығы тураһында аңлата. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның тиҫтәнән ашыу әкиәттәре дәреслектәргә, сифаттан тыш уҡыу китаптарына индерелгән.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы шулай уҡ – һүҙ оҫтаһы, шиғыр рәссәмы. Уратып алған мөхитте, кешенең эске доньяһын, уй – кисерештәрен сағылдырыу өсөн шағирә әллә ҡайҙан матур һүҙҙәр эҙләй һәм таба; ябай кеше күңеленә үтеп инерлек һүҙҙәр ҡулланып, йөрәгенән сыҡҡан хистәр менән һуғарып ижад иткән шиғырҙары, ҡулға килеп эләгеү менән үҙенә йәлеп итә. Шиғырҙары уҡыусыларҙы матурлыҡҡа, әхлаҡ – әҙөпкә өйрәтә, Ватан – Әсәгә һөйөү тойғолары тәрбиәләй, тәбиғәт менән ләззәтләнеү хистәрен үҫтерә.
Эйе, Ф. Ғөбәйҙуллинаның ижады күп яҡлы, иҫ киткес мөғжизәле донья. Ул күңелдәрҙе лә йомшарта, хистәрҙе лә сафландыра, йөрәкте лә йылыта.
Тыуған илебеҙгә, балаларға, тәбиғәткә, хайыуандар, үҫемлектәр доньяһына арналған щиғырҙары бик күп. Балаларҙа тыуған ергә, тыуған тәбиғәткә, туған телгә, моңға һөйөү тәрбиәләү уның төп маҡсаты.
“Ҡайта алмам” исемле шиғыр юлдарынан беҙ әҙибәнең Тыуған илен, уның тәбиғәтен өҙөлөп яратыуын күрәбеҙ. Баҫҡан тупрағының йылыһын, эскән һыуҙарының тәмен, һулаған һауаларҙың хуш еҫен яҙыусы, үҙ йөрәгенә йыйып, ҡоштар итеп осора, тыуған халҡына байрам бүләк итә. Был байрам – кешеләрҙе уйландырыусы, моңландырыусы, рухты ҡанатландырыусы, намыҫты сафландырыусы, тыуған Башҡортостаныбыҙ ауазын алыҫ илдәргә һәм тыуыр йылдарға еткереүсе – Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ижады.
Юғары категориялы уҡытыусы, Рәсәй халыҡ мағарифы отличнигы, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы, Рәсәй халыҡ мағариф отличнигы Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – тыуған республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә көтөп алынған абруйлы мөғәллимә. “Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел, һис тә оялып торма”, “Үҙ илеңде яҡлар бул, үҙ телеңдә ятлар бул”, “Олтан булмай, солтан булып, уҙ ереңдән атлар бул” тигән һүҙҙәр бар уның күренекле йырҙарында, шиғырҙарында.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина бөгөн дә ең һыҙғанып эшләй, олоһона – кесеһенә аҡ нур тарата. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында күләмле мәҡәләләре, балалар өсөн хикәйәләре, шиғырҙары донья күреп тора. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ кейемдәре, йолалары, биҙәктәре хаҡындағы “Ете ырыу балалары”, “Затлы кейем”, “Малайҙарҙың йыйыны”, “Салауат”, “Олатайҙар һөнәре” кеүек хикәйәләре уҡытыусылар һәм тәрбиәселарҙең киң ҡулланған әсбабына әйләнде.
Күренекле әҙиптәребеҙ Ғайса Хөсәйенов, Булат Рафиҡов, Мостай Кәрим, Жәлил Кейекбаев, Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен үҙе рус теленә тәржемә итеп йыйынтыҡҡа туплаған. Был баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт!
Бөтә ғүмере буйына үҙендә халҡына, тыуған төйәгенә ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән, ижади эшкә намыҫ менән ҡарап өйрәнгән, тормош юлы һәм ижады менән кеше күңелдәренә ут, ялҡын ҡабыҙыусы әҙибә, яҡташыбыҙ Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы.
Халыҡ тормошон тәрән белеүсе, уның ғәмен ғәмләүсе, халыҡ теленә, фольклор гәүһәрҙәренә ғәйәт иғтибарлы һүҙ оҫтаһы, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина исемен мәңгеләштереү маҡсатында премия булдырғас, ошо күренекле шәхестең эшен дауам итеүсе ҡатын – ҡыҙҙар күҙ алдынан үтте. Шулар араһанда Фәрзәнә
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙына артабан да милләтебеҙҙең яҡты киләсәге хаҡында янып һәм халҡыбыҙҙы алға әйҙәп, замандың алдына сығып йәшәүендә өр – яңы бейеклектәр һәм асыштар, һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшә торған оло ихтирамды, дан – шөһрәтте лайыҡлы күтәреп артабан да ғүмер тауығыҙҙың үренә атлауын теләйбеҙ!