21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Балалар китапханаһында үткәрелгән “Туған телем хазинам” тигән әҙәби – интеллектуаль уйынға “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” исемле өлкән башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре килде ( тәрбиәселәре Мәхмудова М.М., Вахитова А.М.). Бәләкәс уҡыусылырын китапханасы апайҙар бик йылы ҡаршы алдылар. Улар менән балалар үҙ телендә һаулыҡ һорашып, республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтар бер – береһен нисек сәләмләгәндәрен белделәр. Кескәйҙәр йомаҡтар, ребустар систеләр, мәҡәлдәр ҙә әйтештеләр. Шулай уҡ төрлө уйындар уйнап етеҙлектә, иғтибарлыҡта көс һынаштылар, күңел астылар. Ә малайҙар һәм ҡыҙҙарға иң ҡыҙығы инде матур һүрәтле, бай йөкмәткеле китаптар ҡарауы булды. Улар тағы ла китапханаға килергә, кескәйҙәр өсөн үҙ телендә сыҡҡан журналдар, китаптар ҡарарға теләк белдерҙеләр. Бәләкәстәр китапханасы апайҙарҙан тәмлекәстәр алып бик йылы хушлаштылар.
Кеше тормошонда туған телде белеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һәр халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихын һаҡлай. Бындай төр саралар үткәреү балаларҙа туған телгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт, һөйөү тәрбиәләргә булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ. “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең бәләкәй уҡыусыларыбыҙҙың ҡулында киләсәк.