Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына.
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә, ҡайыны Бөйөк Рәсәй,
Шундай йәшел, юғары…

Тыуған илебеҙ – ғәзиз Башҡортостаныбыҙға һәм Ҙур Ватаныбыҙ – бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында, Иҫәнғол 2 –се һанлы урта мәктәбенең 6 –сы класс уҡыусылары (кл. етәксеһе Сәғитова Ә.М.) менән “Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина” исемле сара үткәрелде.
Халыҡтар берҙәмлеге йылына бағышланған сарабыҙҙы башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән астыҡ. Шағирҙың Башҡортостан менән Россияның дуҫлығының бөйөклөгөн тасуирлауы, шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙы ҡайындың бер япрағы менән сағыштырыуы, ә Рәсәйҙе – ҡайын менән тиңләүе тураһында һөйләштек. Сара барышында уҡыусылар башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштылар. Халҡыбыҙҙың милли йолаларына, тарихына, мәҙәниәтенә һәм теленә бәйле викторина һорауҙарына яуаптар эҙләнеләр, мәҡәлдәр систеләр, пазл йыйҙылар, шулай уҡ этнографик китаптар ҡаранылар.
Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын! Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

↑ Наверх