«Әсәм теле – сәсән теле» («Мой родной язык – язык сэсэнов»)
«Ғаилә йылы мөхәббәттән башлана!”
2026 йыл Башҡортостанда “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” тип билдәләнде. Ә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы “Башҡорт ғаиләһе йылы” тип иғлан итте.
Ошо уңайҙан “Ғаилә” үҙәгендә, район балалар китапханаһы менән берлектә «Ғаилә йылы мөхәббәттән башлана!”, тип исемләнгән бик матур байрам сараһы үтте.
Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыу тантанаһында Иҫәнғол ауылының иң әүзем ғаиләләре: Хәҙиәтуллиндар, Ижберҙиндар, Хәмитовтар, Хәсәновтар һәм Татлыбаевтар ҡатнашты.
Байрам сараһы “ғаилә” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау, байрам тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Сара барышында һәр ғаилә үҙҙәре менән яҡындан таныштырып, үҙҙәренә генә хас ғаилә йолаларын, яратҡан шөғөлдәрен һөйләп үттеләр. Ярыша – ярыша йомаҡтар систеләр, мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр һәм ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, шулай уҡ «Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән девиз аҫтында, төрлө уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар.
Байрам аҙағында “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Бирҙеғолов Ф.Ф. һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, балалар бәхете теләп, Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
“Татыу ғаилә – ил күрке” тип юкка ғына әйтмәгән боронғолар. Шундай татыу, мөхәббәтле ғаиләләр күберәк булһын ине. Ысынлап та мөхәббәттең нигеҙе – ғаилә булһа, ғаилә бәхете – балалар бит ул!









