Земфира Аҡбутинаның “Йәйғорло йыл” китабының исем туйы

Балалар китапханаһында уҡытыусы – шағирә, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РФ, РБ Яҙыусылар союзы ағзаһы, РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы, ете китап авторы Земфира Аҡбутинаның “Йәйғорло йыл” китабының исем туйы үтте.
Быйылғы йыл Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина өсөн икеләтә ҡыуаныслы: йәмле яҙ мәлендә өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телендә донья күргән “Өйрәндем” исемле китабы баҫылып сыҡты һәм бына ошо көндәрҙә өр – яңы, типография буяуының еҫе аңҡып торған, әле генә “мейестән” сыҡҡан
“Йәйғорло йыл” исемле йыйынтығы донъя күрҙе. Матур һәм сағыу һүрәтле китаптарҙа урын алған авторҙың шиғырҙары тәбиғәткә, балалар донъяһына, Тыуған илгә, эскерһеҙ бала саҡ иленә алып бара.
Яңы китаптың исем туйында йөрәктәрендә тик изгелек тойғоһо йөрөткән, шиғри йәнле, нескә күңелле китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнаштылар.
Сара барышында уҡытыусы шағирә яңы китабы менән таныштырҙы. Йомаҡтарға дөрөҫ яуап тапҡан уҡыусыларға “татлы приз” эләкте.
Сараны йәмләп Башҡорт гимназияһының дүртенсе класс уҡыусылары (кл.етәкселәре Тимермуллина Г. Ш.) Земфира Аҡбутинаның балалар өсөн ижад иткән шиғырҙарын ихлас һөйләп, бүләккә шағирәнең автографы менән яңы китаптарын алып ҡыуандылар.
Иҙәш ауылы китапханасыһы, “Сылтыр шишмә” әҙәби берекмә ойошмаһы ағзаһы, “Күңел нуры” проект авторы Зифа Зиннәт ҡыҙы Ишмырҙина үҙ сығышында Земфира Хәҡимйән ҡыҙын “Бал ҡортона” сағыштырып, наҙлы һәм тырыш булыуы, ҡолас ташлап хеҙмәт итеүен, балалар тәрбиәләп, ижад донъяһына сумып йәшәүе тураһында әйтеп үтте. “Иҙел ҡыҙы” повесында урын алған “Кесерткәндең әсеһе” хикәйәһен уҡыусыларға һөйләп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле икәнен бәйән китте.
Эйе, Земфира Аҡбутинаның ҡайһы ғына китабын алма, барыһыла маҡтауға лайыҡ. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Хеҙмәттә тапҡан ҡыуаныс – ерҙәге иң сағыу ҡыуаныстыр. Ул кешене илһамландыра, үҫтерә, йәшәүгә сәм, тормошҡа йәм бирә.
Земфира Хәкимйән ҡыҙының ихтыяр көсө етерлек. Үҙ илендә ул ҡолас йәйеп йәшәй, һөнәренән йәм табып, бөтә ғүмере буйына иленә, халҡына арымай – талмай хеҙмәт итә, ижады менән беҙҙең күңелдәргә ут, ялҡын ҡабыҙа.
Сарала ҡатнашыусылар талантлы шағирә, өмөтлө яҙыусы һәм уның китаптары менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, күңелдәренә рухи аҙыҡ алып таралыштылар.