Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән башҡорт шағирәһе, балалар яҙыусыһы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы «Сабый күңелле шағирә» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Сара «Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йәйғор» мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәсеһе Гөлназ Минибай ҡыҙы Назарова) менән үтте.
Кәтибә Кинйәбулатованың тормош һәм ижад юлы менән таныштырып, кескәйҙәр өсөн яҙылған сағыу китаптарына байҡау яһаныҡ, шиғырҙарын уҡыныҡ. Балалар үҙҙәре лә яттан шағирәнең шиғырҙар һөйләнеләр. Уйын формаһында: “Кәтибә” – ғәрәп һүҙе. Башҡортса нимә аңлата икән? Был һүҙҙә ниндәйҙер сер бар кеүек төшөнсәләрҙе аңлаттыҡ.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы үҙ ғүмерендә ул 30 яҡын китап сығарған. Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн «Почет Билдәһе» ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Күренекле яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.