#ДетскаябиблиотекаМАУКЗМЦБ#Балаларкитапханаһы#БиблиотекиЗианчуры
Әҙәби – интеллектуаль уйын «Донъяла иң матур тел – ул минең туған телем»
Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Тел – ул тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел – ул Ватан, тыуған ер, боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Телебеҙ булмаһа, халҡыбыҙ ҙа, милләтебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа юғаласаҡ.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 21 февраль халыҡ-ара туған телдәр көнө тип билдәләнгән. Был көн юҡҡа ғына булдырылмаған, сөнки статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа телдәрҙең юҡҡа сығыуы күҙәтелә.
Ошо уңайҙан Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбенең 7-се башҡорт класы уҡыусылары өсөн «Донъяла иң матур тел – ул минең туған телем» исемле әҙәби интеллектуаль сара үтте. Сараның тәүге өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, балаларҙың йөрәгендә туған телгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән Рәмилә Юлдыбай ҡыҙы Юлдашбаева менән берлектә башҡорт телен һаҡлау, уны өйрәнеү мәсьәләһе әлеге көндә Башҡортостанда актуаль проблемаларҙың береһе булып тороуын, телебеҙ булмаһа, халҡыбыҙ ҙа, уның тарихы ла юғаласағын аңлаттыҡ.
Әҙәби-интеллектуаль уйындың икенсе өлөшөндә уҡыусылар командаларға буленеп тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен күрһәттеләр. «Йомаҡтарҙың яуабын әйт», «Шаян Һорауҙар», «Шуҡ хәрефтәр», «Серле квадрат» исемле уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар, тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.
Һәр бала үҙ туған телен яратыуын, ҡәҙерләүен күрһәтте: Үзбәк милләтенән булған уҡыусы Эшбаев Ильяс үзбәк телендә «Төн» шиғырын, ә Делимбетова Сабина менән Үмәрғәлин Ильяс билдәле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарынан өҙөктәр һөйләнеләр.
Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ!






