Башҡортостанда 14 декабрь Башҡорт теле көнө билдәләнде.
12 декабрь балалар китапханаһында М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 6 класы уҡыусылары өсөн “Тел бәйгеһе” исемле интеллектуаль уйын уҙғарылды (кл. етәксеһе Итбаева Г. М.) Уҡыусылар ике командаға бүленеп, башҡорт теле буйынса белемдәрен һынап ҡаранылар: йомаҡтар ҡойоштолар, тиҙәйткестәр әйттеләр, мәҡәлдәрҙе рус теленә тәржәмә иттеләр, палиндром, тавтограммалар яҙҙылар һәм башҡа куп кенә тел тураһында уйындар уйнанылар, “Башҡорт телендә һөйләшәм йырын” башҡарҙылар.
Уҡыусылар сарала ихлас ҡатнаштылар, үҙҙәренең телде яҡшы белеүҙәрен күрһәтә алдылар. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйҙы.





