Мәктәпкәсә йәштәге бала саҡ һәр кешенең ғүмерендә мөһим роль уйнай. Был ваҡытта һалынған белем, донъяға ҡараш, әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә биреү кешенең тормош юлын билдәләй. Баланың эске дөньяһы формалашыуға айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Был осраҡта китап менән танышыу, аралашыу ҙур ярҙам булып тора. Нәфис әҙәбиәт менән кескәйҙәрҙең эске донъяһы байытыла, әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә нигеҙҙәре үҫтерелә. Бәләкәстәр сағыу битле, матур китаптарға һәр ваҡыт бик шат. Ә инде яңы китаптар – улар өсөн байрам. Китаптар ярҙамында тормош сағыуыраҡ, байыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ була бара.
Иҫәнғол ауылының «Аленушка» балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек “Бал ҡорттары” (тәрбиәсеһе Хәсәнова Р.Ғ.) башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәренә яңы китаптар менән таныштырыу маҡсатында “Балалар өсөн шәп китаптар” исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Кескәйҙәргә Земфира Сәхипованың тыуған ил, тәбиғәт тураһында шиғырҙары уҡып ишеттерелде. Динә Талхинаның “Умырзая” әкиәтен, Гөлнур Яҡупованың “Умырзая” шиғырын уҡығандан һуң китапханасы апай кескәйҙәр менән яҙҙың тәүге сәскәләре тураһындә әңгәмә үткәрҙе. Матур сәскәләрҙе өҙмәҫкә, тапамаҫҡа, тәбиғәткә ҡарата гел һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк тигән өндәү, ҡағиҙә менән әҙәби сәғәт тамамланды. Сара аҙағында малайҙар һәм ҡыҙҙар матур, сағыу һүрәтле китаптар ҡарап, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуаптар алып китапханасы апай менән хушлаштылар.