Әҙәби сара “Ғаилә- бәхеттең нигеҙе”
(«Әсәм теле – сәсән теле» («Мой родной язык – язык сэсэнов» проекты сиктәрендә)
Ғаилә. Ябай ғына бер һүҙ, ә күпме мәғәнә һыйҙыра. Унда усаҡ тоҡана, ғүмер башлана. Хыял, өмөт йылына һәм киләсәк һыйына.
15 май – Халыҡ-ара Ғаилә көнө айҡанлы балалар китапханаһында “Ғаилә- бәхеттең нигеҙе” исемле матур сара үтте.
Сараны ғаилә байрамы менән ҡотлау, был көн ниндәй маҡсатта булдырылыуы, тарихы менән таныштырыуҙан башланды.
Артабан һәр ҡатнашыусы – әсәйҙәр һәм балалар (ҡыҙғанысҡа ҡаршы атайҙар эштә): “Ғаилә паспорты”, “Ғаилә кәрәҙе”, “Мөхәббәт – ғаилә нигеҙе” исемле конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Ғаилә йолалары, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр. Йомаҡтар систеләр, мәҡәлдәр һәм ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, пазл йыйҙылар.
Сараның биҙәге булып торған татыу, берҙәм һәм матур ғаиләләр был байрамға буш ҡул менән килмәгән: улар ғаилә шәжәрәләре менән таныштырҙылар, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡынылар, ҡул эштәренә маһирлыҡтарын күрһәттеләр.
Байрам һуңында ҡатнашҡан һәр ғаилә рәхмәт хаты һәм китап менән бүләкләнде.
Матур итеп биҙәлгән бәләкәй зал, сағыу шарҙар, фотозона, китап күргәҙмәһе был байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Сара бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.







