Әкиәттәр, әкиәттәр,
Ул ыласын булһа икән,
Серле ҡумтаның эсе
Тылсымға тулһа икән…

Әкиәт батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ Баласаҡ иленең эргәһендә генә икән. Баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, Әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер, ти.
М.С Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының “Йәйләү” ял һәм һауыҡтырыу үҙәге тәрбиәләнеүселәре (уҡытыусылар: Дәүләтбаева К. М., Исакаева Э.К.) сихри, серле, тылсымлы әкиәт донъяһына сәйәхәт ҡылды.
Был сараның төп маҡсаты: балаларҙа башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белемдәрен арттырыу, халыҡ ижадын өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү, уны һаҡлау һәм байытыу.
Сарала китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ «Әкиәт аҡланында. На поляне сказок” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар, әкиәттән өҙөктәр уҡынылар. “Булһаң зирәк, әйт тиҙерәк” викторинаһында әүҙем катнаштылар, “Әкиәт геройҙары” йомаҡтарын систеләр. Әкиәттәр буйынса төрлө һынауҙар үттеп, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп үҙ белемдәрен күрһәттеләр. Каникулдың һәр көнөн файҙалы үткәреү өсөн өйҙә уҡырға оҡшаған китаптарын да һайлап алдылар.