Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Ал елкән” һауыҡтырыу лагерының “Йәйләү” профилле сменаһында ял иткән балалар өсөн “Башҡорт халыҡ фольклоры иленә сәйәхәт” исемле уйын программаһын үткәрҙе. Сара башында балалар менән башҡорт фольклоры, уның жанрҙары тураһында әңгәмә үткәрелде. Шунан башҡорт халыҡ әкиәттәре һөйләү буйынса ярыш ойошторолдо. Балалар үҙҙәре белгән әкиәттең ҡыҫҡа йөкмәткеһен һөйләнеләр, йомаҡтар систеләр, тәҡдим ителгән мәҡәлдәрҙең икенсе өлөшөн уйлап әйттеләр. Сараның икенсе өлөшөн башҡорт халыҡ уйындары дауам итте. Балалар төрлө уйындар уйнап етеҙлектә, иғтибарлыҡта, мәргәнлектә көс һынаштылар. Аҙаҡтан инде һәр береһе дөрөҫ яуаптар, уйындар өсөн тәмлекәстәр алып күтәренке кәйеф менән таралыштылар.